Башҡортостанда милләт-ара тотороҡлоҡ мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте

Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә-махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлоҡто һаҡлау мәсьәләләре.

Илебеҙ тарихы күрһәтеүенсә, яҙмышҡа бәйле замандарҙа тап халыҡтар берҙәмлеге ватанды һаҡлауҙың төп көсөнә әүерелә. Әле махсус хәрби операция яландарында төрлө милләт һәм дин вәкилдәре үҙ бурысын иңгә-иң терәшеп үтәй. Ә беҙ уларға дөйөм тырышлыҡ менән ярҙам итәбеҙ, еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Милләт-ара низағтарҙы ҡуҙғатырға маташыусыларға ҡаршы тороу айырыуса мөһим, тине Башҡортостан башлығы.

Ведомство-ара комиссия ултырышында республика мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең торошо тураһында һөйләне. Һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса, респонденттарҙың 92,5 проценты уларҙы ыңғай баһалай. Тағы бер тренд-халыҡты патриотик туплау. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен илһөйәр тип һанаған граждандарҙың 18 йәштән 29 йәшкә тиклемге төркөмдә күберәк булыуы айырыуса мөһим. Бынан тыш, сит илдәрҙән күп һанлы мәғлүмәт һөжүмдәренә ҡарамаҫтан, республикала тотороҡло милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр һаҡлана. Халыҡ шулай уҡ балаларының мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлегенән ҡәнәғәт. Был шул иҫәптән балансланған һәм һөҙөмтәле дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһе, ул 2025 йылға тиклем Рәсәй дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы положениеларын уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән.

Артабан ултырышта ҡатнашыусылар республикала йәшәгән сит ил граждандарын социаль яраҡлаштырыу буйынса сараларҙы тикшерҙе. Был эш системалы нигеҙҙә, шул иҫәптән хоҡуҡи грамоталылыҡты күтәреү, мәғрифәтселек һәм мәҙәни саралар аша башҡарыла. Бындай сараларҙың һөҙөмтәлелеге статистик күрһәткестәр менән раҫлана. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Воронежский хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге биш айҙа сит ил граждандары ҡылған енәйәттәр һаны 60 процентҡа кәмегән. Бындай осраҡтар башлыса көнкүреш характерында була. Улар араһында милләт-ара низағтар юҡ. Ведомство-ара комиссия ултырышында Совет ҡарамағында ойошторолған эксперт комиссияһы тәҡдиме яңғыраны. Һүҙ республикала мигранттарҙы яраҡлаштырыу үҙәген, был эште оҙатыу өсөн махсус мәғлүмәт ресурстарын булдырыу, шулай уҡ сит ил граждандары менән эшләүсе белгестәр өсөн квалификация күтәреү курстарын ойоштороу хаҡында бара. Төбәк етәксеһе был башланғыстарҙы өйрәнергә ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин указы менән 2026 йыл Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә Башҡортостанда «Китап-байрам»ы, Халыҡ-ара Аксаков көндәре һәм башҡа тематик саралар ҡаралған. Яҡын көндәрҙә беҙҙе иң ҙур мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе-өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы көтә. Ул 23-27 июндә Өфөлә үтә һәм Рәсәйҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу ҡатнашыусыны ҡабул итә. Бындай ижади форумды ойоштороу оло ғорурлыҡ һәм бер үк ваҡытта яуаплылыҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шуға ла был сараны юғары кимәлдә үткәреү мөһим.