Республика дауаханаларының автопаркы яңыртыла

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеларына машина асҡыстары тапшырҙы. Яңы автомобилдәр Республика клиник дауаханаһы, перинаталь үҙәк,  Республика балалар клиник дауаханаһы, Сибай ҡала дауаханаһы һәм Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә бирелде.“Ошо көндәрҙә табиптарыбыҙға рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ. Беҙ республика бюджеты аҡсаһына тағы 21 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алыу мөмкинлеген таптыҡ. Республикала 330 ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы дежурҙа тора. Экипаждар һанаулы минуттар эсендә, көндөҙ ҙә, төнөн дә ярҙамға килә. Бөгөн водителдәргә лә, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эшегеҙ бик ауыр, беҙ быны аңлайбыҙ һәм ҡәҙерен беләбеҙ. Барыһын да медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн һәр саҡ рәхмәтлебеҙ”, – тине Радий Хәбиров.