Башҡортостан менән Танзания сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Танзания вәкилдәрен Башҡортостанда етештерелгән электробус, автобус һәм турбиналар ҡыҙыҡһындыра. Был турала Танзанияның Рәсәйҙәге илсеһе Фредрик Ибраһим Кибута республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе.

Быйыл Рәсәй менән Танзания араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуға 65 йыл. Сит республика вәкилдәре Башҡортостан менән дә хеҙмәттәшлек, партнерлыҡ бәйләнештәре төҙөй, ике яҡлы осрашыуҙар ойошторола. Танзания Башҡортостанға сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, партнерҙар табыу маҡсаты менән килгән. Шулай уҡ туризм һәм белем биреү өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығытыу юлдары барлана. Радий Хәбиров төбәк етәкселегенең Африка республикаһы вәкилдәренә һәр яҡлап та ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.