Радий Хәбиров республика дауалау учреждениеларына 21 ашығыс ярҙам машинаһы асҡысы тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика дауалау учреждениеларына 21 ашығыс ярҙам машинаһы асҡысы тапшырҙы. Автопаркты яңыртыуға республика ҡаҙнаһынан 122 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Медицина хеҙмәткәре көнө алдынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре «Торатау» Конгресс-холлында ойошторолған тантаналы йыйылышта ла ҡатнашты. Көндәлек эше менән ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Пациенттың йөрәк ритмын тергеҙеп, ғүмерен ҡотҡарыуға һанаулы ғына ваҡыт бирелә. Бында һәр секунд иҫәптә. Реанимобилдең медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуы интенсив терапия бүлегенә яҡынлаштырылған. Кислород баллондары ла, яһалма елләтеү аппараты, мониторинг системаһы ла бар. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә алынған яңы автомобилдәр-республика дауаханалары автопаркын көсәйтәсәк. Медицина хеҙмәткәре көнө алдынан 21 машина асҡысы тапшырылды.

Ашығыс ярҙам машиналары ауыр хәлдәге пациенттарҙы стационарҙан республика дауаханаларына, йә федераль үҙәккә алып барыуҙа ла уңышлы файҙаланыла. Яңы автомбиль менән республика, үҙәк район дауаханалары ла тәьмин ителде.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 50 меңдән ашыу кеше эшләй, уларҙың һәр ҡайһыһы көндәлек эше менән республика халҡы сәләмәтлегенә оло хәстәрлек күрһәтә. Һөнәри байрамдары алдынан аҡ халатлылар ҡотлауҙар ҡабул итә. Республика башлығы Радий Хәбиров тантаналы йыйылышта ҡатнашып, бер төркөм медицина хеҙмәткәрен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләне. 45 йыл был һөнәрҙә булған Рафаил Ғизәтуллин хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре исемен йөрөтә.

Һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ябай булмаған һынауҙар төштө. Махсус хәрби операцияға тиклем ковид-госпиталдәрҙә эшләп, меңдәрсә кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылды.

Республикала һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын нығытыу ҙа-өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ғына алты поликлиника, 137 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы һәм дөйөм практикалағы табип офисы асылды. Модуль объекттар күтәреү темптары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы сафҡа индерелде.

Концерт программаһына килгәндә, сәхнәгә медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре сыҡты. Төрлө район-ҡалаларҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән белгестәр ижадҡа ла ваҡыт табып, күңеле менән ял итеүен билдәләне. Сәнғәт-изге һөнәр эйәләрен берләштереүсе көскә әйләнгән

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә кадрҙар әҙерләүгә юғары иғтибар бүленә. Урта махсус уҡыу йорттарында ғына 9 мең студент белем ала. Колледждар селтәрен киңәйтеү буйынса ла саралар күрелә, былтыр ғына Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалы асылды. йәштәргә республиканан ситкә китмәй, һөнәр алыу өсөн заманса шарттар булдырыла

Гөлназ Хәйбуллина