Башҡортостанда биш яңы инвестиция проекты өҫтөнлөклө статус алды

Төҙөлөш, малсылыҡ, юл буйы сервисы, ғаилә ялын ойоштороу өлкәһендәге биш инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусы алды. Проекттар «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапты. Иглин районында төҙөлөш материалдары етештереү цехы, Өфө һәм Кушнаренко райондарында мал һимертеү һәм юл буйы комплексы һәм күп функциялы үҙәк төҙөү мөмкинлектәре барланды. Был маҡсатҡа инвесторҙар бер миллиард һумға яҡын аҡса һалырға ниәтләнә.