20 йәшлек ҡыҙ һәм ике медицина хеҙмәткәре ашығыс ярҙам машинаһында һәләк булған

Ҡот осҡос авария кисә Дыуан районында теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 41 йәшлек махсус транспорт сараһы водителе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған «Лада Веста» менән «Мерседес» йөк машинаналарына барып бәрелгән. Ремонт эштәренә бәйле трассаның был участкаһында хәрәкәт өлөшәтә сикләнгән булған. Көслө бәрелеүҙән һуң «Газель»дең алғы өлөшө металл өйөмөнә әйләнә.

Аварияла 36 йәшлек шәфҡәт туташының һәм 26 йәшлек педиатрҙың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ водителдең Өфөлә уҡып йөрөгән ҡыҙы ла үлемесле яраланған. Ул атаһы менән тыуған ауылына ҡайтып барған булған. Водитель ауыр хәлдә Мәсәғүт районт үҙәк дауаханаһына һалынған. Уға Өфөнән табиптар бригадаһы ебәрелгән. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәренең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.