Таиландта тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайы моңдары яңғыраны

Таиландта тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайы моңдары яңғыраны. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин уйнаған көйҙәр Бангкок тамашасылары өсөн иҫ киткес асыш булды. Яҡташыбыҙ сит илдә «Рәсәй миҙгелдәре» проекты сиктәрендә сығыш яһаны.

«Рәсәйҙән һөйөү менән» тип исемләнгән гала концерт 12 июнь -Рәсәй көнөнә арналды. Тамашаға Таиланд Короллеге етәкселеге, Рәсәйҙең сит илдәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе лә килде. Ҡунаҡтарҙы виртуоз-инструменталистың сығышы хайран ҡалдырҙы. Рәмил Ғәйзуллин тамашасыларға ҡурай эшләү серҙәрен күрһәтеп, уны илсегә бүләк итте.