Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә

  Күләмле сара Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Өфөлә 23 июндән 27-нә тиклем халыҡ ижады байрамы уҙа. Унда илдең 80-гә яҡын  төбәгенән 1 меңдән ашыу бала ҡатнаша. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне була. Ленин урамынан Совет майҙанына тиклем парад ойошторола. “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе Май”, Яҡутов исемендәге ял парктарында ижади коллективтар сығыш яһай. Оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар уҙғарыла, күргәҙмә-йәрминкәләр эшләй.  Республика Мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Форумда күңел асыу программаларын тыш, эшлекле осрашыуҙар ҡаралған”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева. Рәсәй фольклорсылары өсөн айырым майҙансыҡ булдырыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Федераль проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Халыҡ ижады – балаларға” исемле программаға ярашлы ойошторола.