Республикала Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса алдан тауыш биреүгә 122 кандидат теркәлгән

Уларҙың 18-е-махсус хәрби операция яугиры. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған кандидаттар асыҡланған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Президент Владимир Путин 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, һайлау 18, 19 һәм 20 сентябрҙә була.“Фекер белешеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, тауыш биреүҙе 3 көн дауамында уҙғарыу халыҡ өсөн уңайлы. Участкала күмәк кеше йыйылмай. Был хәүефһеҙлек өсөн үтә лә мөһим”, - тине комиссия етәксеһе.