Быйыл Ҡырмыҫҡалы халҡы яугирҙарға 40 гуманитар ылау оҙатҡан

Махсус хәрби операцияға техника, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр ебәрелгән. Район үҙәгендәге ирекмәндәр штабына 70-тән ашыу кеше йөрөй.  Ул 10 ауыл халҡын берләштерә.  Волонтерҙар аҙыҡ-түлек тупланмалары өсөн йәшелсә киптерә, тоҙланған ризыҡтар, емеш-еләктән ҡайнатмаһы әҙерләй, маскировка селтәрҙәре үрә, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Умартасылар һалдаттар өсөн бал һәм прополис әҙерләй.Миңлеғәли Шайморатов исемендәге “Ҡырмыҫҡалылар-үҙебеҙҙекеләргә” ирекмәндәр штабы 2024 йылдың ғинуарында ойошторолған.