Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан алдынғы табиптар һәм фельдшерҙар тәбрикләнде

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты майҙансығында «Сәләмәт киләсәк» федераль партия проекты сиктәрендә «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы эшендә ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Уларҙың эшенән кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере тора. Бигерәк тә райондан алыҫ урынлашҡан, йә төпкөл ауылдарҙа фельдшер олоһо- кесеһе күҙ терәп торған медицина хеҙмәткәре. Ә ауылға йүнәлешле махсуслашҡан белгестәрҙең килеүен арттырыу түгел-өлкәндәр байрам һымаҡ ҡабул итә. Сөнки алдан яҙылып тораһы, күп саҡрымдар үтәһе түгел. Урында эшләгән фельдшерҙарға ла оло ярҙам.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт киләсәк» федераль партия проекты сиктәрендә «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» проекты 2019 йылдан эшләй. Программа Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, бындай проект тик Башҡортостанда ғына.

Программа ҡатмарлы сирҙәрҙе тәүге стадияһында асыҡлауға ла булышлыҡ итә. Төбәктә яман шештең һәр икенсе осрағы беренсел стадияһында билдәләнә. Мәҫәлән, Мәләүездәр быйыл поезд менән онкологтарҙың килеүен көтә.

Уролог, гинеколог, офтальмолог- һаулыҡ поездары составында төрлө профиль табиптары эшләй. Күсмә комплекс составында-флюорографтар, маммографтар, узи аппараттары, шул иҫәптән балалар кардиомобиле. Урында анализдар алына, кәрәкһә, артабан тикшерелергә ебәреү өсөн йүнәлтмә бирелә.

Байрам сараһы медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан уҙҙы. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы быйыл 21 июндә билдәләнә. Был дата йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһенә тура килә һәм табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡа белгестәрҙе берләштерә.

Рәмилә Исмәғилева