Һуңғы 4 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙарында федераль ярҙам менән 16 инфраструктура объекты сафҡа ингән. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Яңы миҙгел башланыуға Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ райондарында ашханалар ремонтланған. Ҡыйғы, Ейәнсура һәм Туймазы райондарында тиҙ төҙөлә торған торлаҡ модулдәр ҡалҡып сыҡҡан. 2023 йылдан алып республиканың 6 лагерында бөтәһе 13 яңы торлаҡ корпусы төҙөлгән, шулай уҡ бер медицина һәм ике аҙыҡ-түлек блогы ремонтланған. Быйыл йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 450 меңдән ашыу уҡыусы йәлеп ителәсәк. Улар өсөн 1 822 лагерь асылған. Балаларға яҡшы ял, яңы уҡыу йылына көс туплауҙарын теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.