Студенттар кампусында ғалим-социолог Нариман Айытовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. «Социаль фәндәрҙең хәҙерге йәмғиәтте үҫтереүҙең стратегик бурыстарын һәм өҫтөнлөклө маҡсаттарын хәл итеүгә индергән өлөшө» тип аталған кәңәшмә өлкә белгестәрен бер майҙанға йыйҙы.
Осрашыуҙа хәҙерге шарттарҙа социология фәнен үҫтереүҙең төп трендтары ҡаралды. Сарала билдәләнеүенсә, Нариман Айытовтың ижади мираҫы көнүҙәклеген юғалтмай. Конференцияла илдең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу ғалим, социолог һәм философ, профессор Айытовтың уҡыусылары, йәш ғалимдар, аспиранттар ҡатнашты.