Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса 219 белгес эшләй. Уларҙың күбеһе республика райондарына күсергә ҡарар иткән элекке Өфө йондоҙҙары. Камилә менән Артур Зөлҡәрнәевтар мәҫәлән, баш ҡаланан Борай районына яңы чемпиондар тәрбиәләү маҡсатын һайлаған. Программа шарттарына ярашлы, билбау көрәше буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы 5 йыл эшләргә тейеш. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Секундомер, келәм һәм дисциплина-уның төп ҡоралдары. Артур Зөлҡәрнәев өс йыл дауамында Өфөнән Борай районына ҡунаҡ булараҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, килеп китеп йөрөй. Төбәктә ныҡлап төпләнер өсөн үҙ мөйөшөңдөң булмауы ла мөмкин түгел кеүек тойола. Барыһын да «Ауыл тренеры» программаһы буйынса республика гранты үҙгәртә. Билбау көрәше буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы ғаиләһе менән Борайға күсеп килеүенә бөгөн бер йыл.
Артурҙың келәмдә ышаныслы кешеһе бар-уның ҡатыны Камилә, шулай уҡ профессиональ тренер. Улар эште бергәләп алып бара. Атай малайҙар менән техник алымдарҙы камиллаштырған арала, әсәй буласаҡ чемпиондарҙы әҙерләй. Ә ғаиләнең бәләкәй ҡыҙҙары, акробатиканы үҙләштерә. Камилә Зөлҡәрнәева ла рәсми рәүештә ауыл тренеры статусын алыу өсөн программала ҡатнашыуға ғариза биргән.
Өс йыл эсендә Борай физкультура-һауыҡтырыу комплексы буш залдан 80 баланы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнде. Һәм был еңеүселәр һанына ҡарап билдәләнгән. Зөлҡәрнәевтарҙың тәрбиәләнеүселәре бөтә Рәсәй ярыштарында үҙҙәрен таныта, төрлө дәрәжәләге наградалар яулай һәм ауыл спортын юғары кимәлгә күтәреүгә өлгәшә.
«Ауыл тренеры» республика программаһы 2020 йылдан ғәмәлдә һәм әле үк уның һөҙөмтәләрен барларға мөмкин. Проект ауылдарҙа вакансияларҙы ябып ҡына ҡалмай, көслө белгестәрҙе урындарҙа тота. Спорт донъяһында үҙен лайыҡлы һынаған Зөлҡәрнәевтар улар иҫәбендә.
Азат Ғәлиуллин