Илдең иң оҫта 49 уйынсыһы Санкт-Петербургка хоккей миҙгелен тамамлау сараһына саҡырылды. Улар араһында “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары Вадим Шипачев һәм Александр Жаровский бар. Матчта беҙҙең команданың баш тренеры Виктор Козлов та ҡатнаша. Командаларҙың капитаны булараҡ донъя хоккейы йондоҙҙары Артемий Панарин һәм Михаил Сергачев һайланған. “Йыл матчы” Милли һәм Континенталь хоккей лигаларының алдынғы уйынсыларын берләштерә. Иң яҡшы хоккейсылар ярышы 25 июлдә үтә.