Көн тәртибенә төбәктең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләре сығарылды. Республика башлығы әйтеүенсә, йәмәғәт фекере алдынғылары халыҡ һулышын тәрән тоя. Төбәктә барған хәл -ваҡиғалар, сәйәси процесстар, йәмәғәт алған йүнәлештәргә үҙ ҡарашын белдерә. Улар фекере республика үҫешендә ҙур роль уйнай.