Бәләбәйҙә махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам үҙәге асылды

Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам үҙәктәре тағы берәүгә артты. Комплекслы ярҙам күрһәтеү майҙансығы Бәләбәйҙә барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев менән «Ватанды һаҡлаусылдар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.

Яңы үҙәк эшлекле осрашыуҙар, тантаналы саралар, яугирҙар менән йылы әңгәмәләр, фекер алышыуҙар ойоштороу өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән. Унда бушлай юрист, психолог ярҙамы алырға мөмкин. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторына ла айырым бүлмә ҡаралған. Был комплекс яугирҙарҙы берләштереү, ҡаһарманлыҡты мәңгеләштереү, хәтер һаҡлау урынына әйләнәсәк, тине ойоштороусылар.