Һөҙөмтәләр барланды, яңы маҡсаттар ҡуйылды. Ейәнсура районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ныҡлы ғаилә-айыҡ ауыл- көслө Башҡортостан!» тип исемләнгән күсмә зональ сара үтте. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье, Сибай ҡалаһынан килгән вәкилдәр сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу, ауыл хужалығы кооперацияһының уңышлы практикалары һәм үҫеш перспективалары буйынса секция ултырыштарында ҡатнашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы урындағы халыҡты берләштереп, сәм, дәрт, үҫеш бирә. Шуға ла улар тәжрибә уртаҡлашыу, эш алымдары, серҙәре менән бүлешеү маҡсатын ҡуя. Ейәнсура районында БЮТ ижади төркөмө лә эшләне.
Кинйәбулат халҡы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, ауылдың ҡаҙаныштары менән ҡаршы алды. 2024-2025 йылдағы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы еңеүселәре 3 миллион һум менән бүләкләнгәйне. Приз аҡсаһына Кинйәбулатта күп функциялы спорт майҙансығы асылды. Шулай уҡ һыу һауыты һатып алынған, район хакимиәтенән урындағылар генератор алып ҡыуанған. Бөгөн дә тарихи ауыл халҡы ҙур пландар менән йәшәй.
Иртәнге йүгереүҙәр, балалар өсөн төрлө уйындар, хатта ғаилә ярыштарын уҙғарыу өсөн дә уңайлы урын. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған Кинйәбулаттарҙын берҙәмлеге һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә булдырылған заманса спорт майҙансығы. Ауыл халҡының төп маҡсаты үҙгәрмәй-айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу.
Иҫәнғол ауылындағы район мәҙәниәт йортонда тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. 2019 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсында беренсе урын яулаған Башҡорт Үргене халҡы бөгөн дә әүҙемлек күрһәтә. Ағинәйҙәр ойошмаһы, ирекмәндәр төркөмө эшләй.
Сара барышында шулай уҡ мәшғүллек үҙәгенең консультация майҙансыҡтары эшләне. «Минең бизнес» үҙәгенең урындағы бүлексәһе белгестәре эшҡыуарлыҡҡа бәйле һорауҙарға яуаптар бирҙе. Ойоштороусылар «Айыҡ ауыл» республика конкурсы, ошондай саралар халыҡҡа дәрт-дарман, яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәргә булышлыҡ итә, тип билдәләй.
«Һаулыҡ хаҡына хеҙмәттәшлек: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу» секцияһы ойошторолдо. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән вәкилдәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау алымдары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ ул ғаилә һәм милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырылған социаль проекттар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Дөрөҫ, ентекле төҙөлгән документация конкурста еңеүгә илткән мөһим баҫҡыстарҙың береһе. Шуға ла осрашыуҙа документтарҙы әҙерләү мәсьәләләре буйынса махсус семинарҙар ойоштороу тәҡдиме лә яңғыраны. Пленар ултырышта VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре, унда ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ныҡлы ғаилә-айыҡ ауыл-көслө Башҡортостан!» күсмә зона сараһы файҙалы һәм һөҙөмтәле булды. Эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге, ғаиләләрҙең татыулығы, йәштәрҙең тырышлығы ауылдарҙың ышаныслы киләсәген сағылдырҙы.
Фәниә Рафиҡова