Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы Салауат ауылындағы хосписта булды

Ойошма ағзалары медицина учреждениеһына бүләктәр, күстәнәстәр тапшырҙы, пациенттар менән аралашты. 2000 йылда күренекле табип Ишмырҙа Һиҙиәтов тарафынан асылған учреждение Рәсәйҙәге берҙән-бер ауыл хосписы. Өмөт, йылылыҡ, хәстәр утрауы һымаҡ.

Бында Әбйәлилдән генә түгел, башҡа райондарҙан да киләләр. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, һуңғы осор хосписҡа иғтибар артҡан. Уларҙы Өфө хосписы шефлыҡҡа алған, Әбйәлил эшҡыуарҙар берлеге тәҙрәләрҙе алмаштырған. Ҡыйыҡты, канализация селтәрен яңыртыу буйынса пландар бар. Хосписҡа түшәк кәрәк-яраҡтары, таҫтамал кеүек әйберҙәр ҙә талап ителә. Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабаданова әйтеүенсә, уларҙың бында тәүге тапҡыр ғына килеүе түгел, ойошма район хакимиәте, социаль учреждениелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.