Республикала питбайк йөрөткән балалар араһында авариялар арта

Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. “Ата-әсәләр балаларына хәүефле уйынсыҡ ала. Эҙемтәләр тураһында уйламай. Быйыл юлда 20-гә яҡын үҫмер имгәнде”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бәлиғ булмағандарға транспорт менән идара итеү тыйыла. Ата-әсәләр был мәсьәләне етди күҙәтеүгә алырға тейеш, ти Ленар Зиннуров. Бала рулдә тотолған осраҡта, машина йәки мотоциклдың штраф туҡталҡаһына оҙатылыуы ихтимал.