Башҡортостанда Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һуғыш ҡорбандарын иҫкә алдылар

Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Уҙған төн һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бөтә ил буйлап меңдәрсә майшәмдәр тоҡандырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә тарихтағы иң ҡан ҡойошло һуғыш тураһында хәтер һәр ғаиләлә һаҡлана тип белдерҙе.

«1941 йылдың 22 июне илебеҙ тарихын икегә бүлгән көн. Беҙ илебеҙгә тыныслыҡ килтергән геройҙарҙы иҫкә алабыҙ, ғүмерҙәрен һуғыш өҙгән һәр кемдең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн Рәсәй йәнә нацизмға ҡаршы көрәшергә мәжбүр. Ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә лайыҡ булыр өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.Барыһы ла Еңеү өсөн.» тип яҙған республика етәксеһе. Радйи Фәрит улы шулай уҡ бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республикала йәшәүселәрҙе Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәт 15 минутта Бөтә Рәсәй Тынлыҡ минутына ҡушылырға саҡырған.