Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се дөйөм ятағына «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса капиталь ремонт эшләнә.
Апрелдә конкурс процедуралары үткән, уның һөҙөмтәһе буйынса подрядсы итеп федераль һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе булған дортрансстрой компанияһы һайланған. Май айында демонтаж эштәре башланған.
Сантехника һәм йылытыу радиаторҙары һүтелгән. 1983 йылда төҙөлгән дөйөм ятаҡтың стеналары ғына үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ -ҡалғандары бөтә нәмә яңыртыла. Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан тәҙрәләрҙе алмаштырыу, йылытыу системаһын үткәреү планлаштырыла. Реновация һыу тәьминәтен яңыртыуҙы, заманса йылытыу системаһын да үҙ эсенә ала. Студенттар торлағы федераль талаптарға, стандарттарға һәм тәҡдимдәргә ярашлы төҙөкләндерелә. Федераль проект буйынса финанслау күләме-яҡынса 300 миллион һум. Объект 2027 йылдың 1 сентябрендә файҙаланыйға тапшырылыр тип көтөлә.