Бүләкләү тантанаһы Омск музыкаль театры сәхнәһендә уҙҙы. Баш ҡала аэропортында артистарҙы уларҙың коллегалары һәм беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Еңеүселәр наградалар менән сыҡты. Иң юғары театр премияһына «Тау» спектакле менән тәүге тапҡыр Өфө «Нур» татар дәүләт театры лайыҡ булды. Яңауыл районында тыуып үҫкән Илдар Юзеевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль республика башлығы гранты ярҙамында сәхнәләштерелгән. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла тәүге тапҡыр «Мысыр ҡараңғылығы» спектакле менән иң яҡшыһы тип танылды. Ул Михаил Булгаковтың «Йәш табип яҙмалары» хикәйәләр шәлкеменә нигеҙләнгән.
Артистарҙы оло ҡаҙанышы менән тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы ҡотланы. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был мәҙәниәтебеҙҙең сираттағы триумфы тип билдәләне. Сөнки «Алтын битлек»-илдең иң юғары театр премияһы. Шулай уҡ премияның лонг-лисына «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры ла ингән.