Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Зөһрә һәм Олег Березовскийҙар, Илзидә һәм Радик Бахрамовтар “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән наградлана. Шаран районы Мичуринск ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Владислав Аҡбулатов “Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Илеш урман хужалығы директоры Фидрат Яҡуповҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелә.