Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә яҙҙы. “Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса бер юлы ике сәхнә әҫәре илдең юғары театр премияһына - “Алтын битлек”кә лайыҡ булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театрының “Тау” спектакле “Драма театры. Ҙур форма” номинацияһында еңеү яуланы. Пьесса яҡташыбыҙ Илдар Юзеев әҫәре буйынса ҡуйылған. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡуйған Михаил Булгаковтың “Йәш табип яҙмалары” спектакле “Ҡурсаҡ театры” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Шулай уҡ премияның һайланғандар исемлегенә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының “Яратам, тип әйтергә өлгөрмәнем” спектакле индерелде. Башҡортостан уҙған йылда 7 “Алтын битлек” премияһын алды. Һөнәри оҫталыҡ һәм сәнғәткә тоғролоғо өсөн Башҡортостан театрҙары коллективтарына рәхмәт”, - тип яҙған республика етәксеһе.