Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөлә Советтар союзы Геройы Нурулла Сафин менән Рәсәй Геройы Александр Доставаловҡа бюст асылды. Киров районының йәш армиясылар скверында тантаналы митингта илебеҙ именлеге өсөн төрлө йылдарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар хәтере мәңгеләштерелде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған Нурулла Дәүләтгәрәй улы Ҡыҙыл Армияға 1943 йылда саҡырылған. Һуғышта ул минометсы булған, расчет менән командалыҡ иткән. Һуғышта хәрби заданиеларҙы өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы Менән Нурулла Дәүләтгәрәй улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.
Һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһы сафынан демобилизацияланып тыуған ауылында колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. Бюст асыу тантанаһында Нурулла Сафиндың егермеләп вариҫы-өс быуын вәкиле. Улы атаһын талапсан кеше булараҡ иҫләй.
Александр Доставалов 1963 йылда Өфөлә хәрби ғаиләлә донъяға килә. Армияға тиклем Севастополь суднолар төҙөү техникумында уҡыған, Симферополдә заводта эшләгән.
Беренсе чечен һуғышында ҡатнашып Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Икенсе чечен һуғышы барышында 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 2-се парашют-десант батальоны командиры урынбаҫары була. 2000 йылда март айында алған яранан һәләк була.
Юнармиясылар скверында илдең батыр улдарына бюст ҡуйыу программаһы йыл башынан тормошҡа ашырыла. Бында тәүгеләрҙән ил Геройҙары Василий Маргелов менән Алмаз Сафин исеме мәңгеләштерлгән. Илһөйәрлек эшендә эшҡыуарҙар, Геройҙарҙың яҡындары берҙәмлек күрһәтә- бюст асыу өсөн финанс ярҙам менән.
Тантанаға килеүселәр махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә менән танышты, ялан кухняһынан ауыҙ итте. Быйыл сентябрҙә скверҙа тағы ике ҡаһарманға бюст асыу ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева