1943 йылдың октябрендә Силәбенән Куйбышевҡа осҡан йөк самолеты төбәктең Башташ тауына бәрелә. Авиаһәләкәт тураһында мәғлүмәт оҙаҡ йылдар сер итеп һаҡлана. Шул иҫәптән ваҡиға урыны ла. Башҡортостан, Силәбе өлкәһенән крайҙы өйрәнеүселәр һәм эҙләүсе-хәрби хеҙмәткәрҙең ярҙамы менән һәләк булған пилоттың шәхесе асыҡлана, туғандарын эҙләү ойошторола һәм ваҡиға урыны табыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Нисәмә йыл халыҡ хәтерендә йәшәгәндән һуң, ниһайәт яугир ҡыҙҙың исеме мәңгеләштерелде. Был тулҡынландырғыс мәлде урында йәшәүселәр менән бергә, фронтовиктың яҡындары ла көтөп алғайны. Сөнки, улар һигеҙ тиҫтә йыллап билдәһеҙлектә йәшәне.
Ксения Розанова 1943 йылдың октябрендә Силәбенән Куйбышевҡа юлланған самолеттағы биш экипаждың береһе була. Ул рәсми документтарҙа икенсе пилот тип билдәләнгән. Томанлы, яуым-төшөмлө көндә штурвалда ултырыусы тауҙы бик һуң абайлай. Һөҙөмтәлә, самолет Башташ итәгенә бәрелә.
Биш экипаждан 25 йәшлек летчик-ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була. Бәхетһеҙ осраҡ тураһында мәғлүмәт йәшерелә. Шуғалыр ҙа урындағы халыҡ та бик үк һөйләп бармаған.
Тик ололар һөйләүендә һаҡланған ваҡиға урыны, артабан осраҡлы рәүештә табыла. Текә тауға ла үрмәләү ҙә һәр кемгә еңелдән бирелмәй.
Ә инде тарихсыларҙың эше тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Улар Мөрсәлим ауылында Граждандар һуғышы осоронда һәләк булғандарҙың шәхесен асыҡлауға тотонор тип көтөлә.
Туғандар ҡәберлегендә йәмғеһе 45 кеше ерләнгән. Уның эргәһендә бөгөндән летчик-ҡыҙ фотоһүрәте төшөрөлгән мемориал һәйкәл урын алды. Тиҫтәләрсә йыл билдәһеҙлектән һуң, тарихтың мәңгеләштерелеүе, сер йомғағының күҙ йәштәре аша һүтелеүе, ти салауаттар.
Азат Ғәлиуллин