Сит ил вәкилдәре Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты менән танышты, артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Факультетта ғәрәп теле уҙған быуаттың 80-се йылдарынан өйрәнелә. Осрашыуға ғәрәп һәм инглиз телдәре йүнәлешендәге студенттар саҡырылды. Яҡтар киләсәктә Өфө студенттарын ғәрәп университетына стажировкаға ебәреү мөмкинлектәре тураһында ла һөйләште.