«Ашҡаҙар» радиоһы Тамара Ғәниеваға шиғри артылыш бағышланы

Тамара Ғәниева шиғырҙары Айғыр ҡаялары түбәһендә яңғыраны. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре халыҡ шағирының тыуған көнөнә үҙенсәлекле бүләк яһаны. Сираттағы туристик сәйәхәттәрен Тамара Ғәниева ижадына бағышланы. Шиғри артылыш хаҡында киләһе яҙмала.

Ҡараташ һыртының Айғыр ҡаялары йәки Шүрәле тештәре тип аталған төбәге-Көньяк Уралдың туристар яратҡан иң популяр түбәләренең береһе. Бынан Кесе һәм Оло Ямантауға, Ирәмәлгә хозур күренеш асыла. Хисһеҙҙе лә хисләндер, шиғри тулҡынға көйләр матурлыҡ! Тамара Ғәниеваның шиғри артылышын ниәтләгәндә «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре юҡҡа ғына ошо үрҙе һайламаған. Халыҡ шағиры тауҙарға ғашиҡ, үҙе әйтмешләй, уға тауҙарҙың тартыу, арбау мәғиәһе эйәләгән.

Тамара Ғәниеваның планетар масштабтағы шиғриәтен ҡыҙыу янған усаҡ менән сағыштыралар. Уның ялҡынлы, тәрән уйлы, ҡайнар рухлы ижады-башҡорт шиғриәтенең иң юғары түбәләренең береһе. Шиғри һүҙе, публицистик сығыштары менән ул көн ҡаҙағына һуға, заман проблемалары уның йөрәк һыҙлауына әүерелә, заман ҡаҙаныштары халҡы яҙмышы өсөн ғорурлыҡ тойғоһона үрелә. Әүҙем тормош алып барған Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы һуңғы йылдарҙа, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, халыҡ араһына бик сыға алмай. Әммә шиғри һүҙе уҡыусыға етә тора. Айғыр түбәһендә күптән түгел донъя күргән «Тел асыҡысы» йыйынтығынан шиғырҙар яңғыраны.

Шиғри артылыштар-мәҙәниәт донъяһында матур йола. Тау, түбә, үргә күтәрелеп, билдәле бер шағирҙың әҫәрҙәрен яңғыратыу бигерәк тә тау халыҡтарында киң таралған. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Айғыр түбәһенә күтәрелеүҙе «Тамара Ғәниеваның шиғри артылышы» тип атап, июндә донъяға килгән халыҡ шағирына һоҡланыу һәм ихтирам тойғоларын еткерҙе. Шиғри флешмоб ай аҙағына тиклем радиоканалдың социаль селтәрҙәрендә дауам итә.

Рәйсә Абдуллина