Өфөлә Рамаҙан Кузыевтың 120 йыллығына арналған ғилми ултырыш үтте

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бәйле Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Һуғыш йылдарында урындағы һәм Башҡортостанға эвакуацияланған бик күп учреждение ғалимдары Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Улар араһында тарих фәндәре кандидаты, фронтовик, партия һәм совет эшмәкәре Рамаҙан Кузыев та бар. Тап ғилми ултырыш тарихсы-ғалимдың 120 йыллығын да үҙ эсенә алды. Башҡорт обкомы партияһында яуаплы вазифалы урынды биләгәндән һуң, артабан ғүмерен фәнгә арнаған шәхес тураһындағы докладтар тыңланды, республика фәне үҫешенә индергән өлөшө баһаланды. Рамаҙан Усман улы Башҡортостан тарихына бәйле бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Улар хәҙерге быуын ғалимдарының кәрәкле әсбабы булып ҡала. Уларҙың ҡайһы берҙәре Өфө ғилми федераль үҙәгенең ғилми китапханаһы тарафынан махсус әҙерләнгән күргәҙмәгә лә сығарылды.