Балалар араһында имгәнеү осраҡтары арта

Көн һайын Өфө дауаханаларына йәрәхәт алған тиҫтәләрсә ҡыҙ һәм малай килтерелә. Балалар бейектән ҡолай, велосипед йөрөткәндә йығыла, ҙур юлда ҡазалана. Асыҡ тәҙрә балалар өсөн хәүеф тыуҙыра. Табиптар белдереүенсә, йығылғандарҙың байтағы инвалид булып ҡала йәки һәләк була. “Кескәйҙәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт