Улар юғары уҡыу йорттары студенттары һәм “Мәҙәниәт өлкәһе” хәрәкәте вәкилдәре. Сараға Мәҙәниәт министрлығына ҡараған учреждениеларҙың белгестәре лә йәлеп ителә. Улар фестивалдә ҡатнашҡан балаларҙы оҙатып йөрөй. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары белегстәре ҡунаҡтарҙың йәшәү урынын, шулай уҡ фольклориада майҙансыҡтарын тикшергән. Балалар фестивален асыу тантанаһы иртәгә Совет майҙанында үтә. Өфөгә Рәсәй төбәктәренән 1 меңдән ашыу бала килә.