Өфөнөң 4 паркында Бөтә Рәсәй фольклориадаһы тамашалары була

25 июндә “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе май” һәм Яҡутов баҡсаларында сағыу концерт тәҡдим ителә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестиваль биләмәһендә Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан коллективтары, шулай уҡ солистар сығыш яһай. Халыҡ ижадына арналған оҫталыҡ дәрестәре һәм милли уйындарҙа  ҡатнашырға була. Флешмоб һәм күргәҙмә уҙғарыла.