Ул аферистарға 13 миллион һум күсергән. Ҡатын Бүздәк район полицияһына мөрәжәғәт иткән. Әсәгә бер нисә көн дауамында билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Улар хәрби часть вәкиле, Дәүләт хеҙмәттәре, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы, Федераль именлек хеҙмәте белгесе булараҡ бәйләнешкә сыҡҡан. Ҡатын махсус хәрби операцияла һәләк булған улы өсөн алған түләүҙәрҙе курьерға тапшырған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.