Өфөнөң Пугачев урамын быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыу, Галле урамын Көнсығыш сығыу юлы менән йыл аҙағына тиклем тоташтырыу ҡарала. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Быйыл Башҡортостанда 600 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелер тип көтөлә.
Әле Дүртөйлө, Борай, Күгәрсен, Ишембай райондарында күперҙәр реконструкциялана, Дүртөйлө-Нефтекама, Кропачев-Мәсәғүт-Әшит, Дәүләкән-Талбазы юлдарында урынлашҡан ҡоролмаларҙа ремонт эштәре бара. Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөү башланған. Шулай уҡ Өфө-Инйәр-Белорет, Бәләбәй-Приют, Сибай-Аҡъяр һәм башҡа күп кенә юл участкаларын, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү урындарын ремонлау дауам итә. Әлбиттә, эш барышы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, тығындарҙа торорға, оптималь маршруттар эҙләргә тура килә. Әммә был эштәрҙе башҡармай тороп инфраструктураның артабанғы йәшәйешен тәьмин итеп булмай. Был юлдарыбыҙҙың сифатына һәм хәүефһеҙлегенә бәйле, тип яҙған Башҡортостан башлығы.