Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренә арналған күргәҙмә эшләй

«Һуғыш шулай башланды». Республика Хәрби Дан музейында асылған күргәҙмә шулай атала. Экспозицияларҙа дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының тәүге ауыр көндәре сағылыш тапҡан. Ул СССР-ҙың көнбайыш сиктәрен обороналау, Брест ҡәлғәһен һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы һәм Башҡортостан халҡының индергән өлөшөн үҙ эсенә ала. Экспозицияла ҡыҙылармеецтың униформаһы комплекты ла тәҡдим ителгән. Һуғыш башында гимнастерка һәм галифе салбарҙың сифатһыҙ булыуы тураһында фекер тарала. Ысынбарлыҡ иһә уның туҙып бармауы, еңел һәм уңайлылығы менән донъя стандарттарына тап килеүен күрһәтә.