Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусыларын йыйҙы. Был аҙнала белем усағын 20, 30, 40, 50 йыл элек тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар осрашты.
Данлыҡлы гимназия-интернатты төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусыларҙың осрашыуын үҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Улар белем усағына һағынып, ҡыуанып килә. Сөнки Рәми Ғарипов гимназияһы төрлө быуын балаларына төплө белем, тәрбиә биргән мәғариф учреждениеһы, был белем усағын кадрҙар әҙерләү үҙәге тип әйтергә мөмкин. Гимназия-интернат биргән көслө рух тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫҡа, һәр ваҡыт алға барырға, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Сығарылыш уҡыусылары гимназия коллективына данлы традицияларҙы дауам иткәне, быуындар бәйләнешен һаҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Белем усағы буйлап экскурсияла, Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге мәктәп музейында булды. Осрашыуға ветеран уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙә килгәйне. Сығарылыш уҡыусылары Фәриҙә Бәхтиәрова, Алма Ҡолдәүләтова һәм оҙаҡ йылдар директор булған Ильяс Иштуған улы Вәлиев менән күрешеп, аралашып мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө. Сара гимназияның «Аҡйондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, йырсы Салауат Мөхәмәтйәровтың сығыштары менән үрелеп барҙы.