Ул Бедеева Поляна ауылынан, 2022 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә киткән. Рядовойҙан өлкән сержант дәрәжәһенә етә. Штурмлау подразделениеларында тәжрибә туплағандан һуң, хәрби хеҙмәткәр һуңыраҡ дроновод була. Хәҙер ул төнгө пилот. Разведка өсөн Maвик ҡулланабыҙ, егеттәр Эфпиви-дрондарҙа эшләй, улар Өфөнән дә килә. Был дрондар ышаныслы булыуы менән айырылып тора. Разведканан һуң уларҙы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ташыу өсөн ебәрәбеҙ, улар 2 килограмдан ашыу ауырлыҡты еңел генә күтәрә. Шулай уҡ снарядтар тейәй, - ти “Лютый”.Ул дрондарҙың тиҙ камиллашыуын билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер күп кенә тауышһыҙ пилотһоҙ осҡостар барлыҡҡа килгән, уларҙы күреп ҡалыу һәм тотоп алыу ауыр. Беҙ үҙ эшебеҙҙе яуаплы һәм сифатлы башҡарабыҙ, тотош подразделениеларҙың тормошо беҙҙең оҫталыҡҡа бәйле икәнен аңлайбыҙ,-ти яугир. Әле “Лютый” ялға ҡайтҡан. Ул "Батырлыҡ өсөн", Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.