Өфөлә «Газель» водителе пенсионер ҡатынды бәрҙергән

«Газель» водителе оло йәштәге ҡатынды бәрҙергән. Фажиғәле хәл Өфөнөң Степан Халтурин урамында теркәлгән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, артҡа сигенгән транспорт сараһы хужаһы йәйәүлене күрмәй. Ҡаршылыҡты тойоп водитель туҡтап ҡала, әммә бер аҙҙан алға ҡуҙғала. Ошо мәлдә ҡазаға тарыусы йәнә тәгәрмәс аҫтында ҡала. Пенсионер ҡатын урында уҡ һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ буйынса яуаплы органдар тикшереү башлаған.