Программа быйылдан «Ғаилә»милли проекты буйынса уҙғарыла. Өфөнөң 5-се балалар поликлиникаһында бер меңгә яҡын бала иҫәптә тора. Уларҙың 117-һе ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Кескәйҙәрҙе офтальмолог, оталоринголог, ортопед, эндокринолог кеүек белгестәр ҡабул итә.
Тикшереүҙәрҙән һуң табип-педиатр баланың һаулығын баһалай һәм медицина күрһәтмәләре булған осраҡта артабанғы тикшереүгә йәки дауалауға йүнәлтмә бирә. Диспансерлаштырыуҙы бер юлы бөтә балаһына уҙғарыуҙы күп балалы әсәләр ыңғай баһалай.