Ғилми-ғәмәли сара Рәсәй, Германия, Мысыр, Һиндостан, Ҡытай, Италия һәм башҡа илдәрҙән урология, онкология, балалар хирургияһы, ядро медицинаһы, регенератив технологиялар һәм уға бәйле дисциплиналар өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙе берләштерә. Сара Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм студенттар кампусында уҙа. Форумда алдынғы ғалимдар сығыш яһай, тәжрибәле хирургтар операциялар уҙғара. Ядро медицинаһы, урогинекология буйынса секциялар ҡаралған.
Форумдың яңылығы-балалар урологияһы. Енес формалашыуы боҙолоуын һәм балаларҙа реконструктив хирургия буйынса донъя эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялары көтөлә.