Ҡалтасы, Бөрйән, Мишкә райондарында һәм Сибайҙа йәшәүселәр айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Программала “Туризм” йүнәлеше популяр һанала. Уның буйынса 64 меңдән ашыу кеше сәйәхәт иткән. “Сәләмәтлек” йүнәлешен һайлаған пенсионерҙар арта. Бөгөн 55 йәштән өлкәндәр өсөн “Белорусс аҙналығы” проектына старт бирелә. Программаға ярашлы, Минск ҡалаһы, “Хатынь” мемориалы һәм башҡа иҫтәлекле урындарға сәфәр ойошторола. Турҙың бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.