Өфөлә студент кампусына өҫтәмә аҡса бирелә

Рәсәй хөкүмәте төҙөлөш өсөн 3 миллиард 600 миллион һум аҡса бүлә. Уның 2 миллиарды быйыл, ҡалғаны киләһе йылда күсерелә. Был сумма объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға мөмкинлек бирә. “Кампус - белем, фән, спорт һәм мәҙәниәт үҙәге була”, - ти Башҡортостан фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вуз-ара кампустың фәнни-мәғариф үҙәге эшләй башланы. 2024 йылда  IQ-парк, былтыр — Геном үҙәге асылды. Объект 7 башнянан тора. Уларҙың бейеклеге 100 метр самаһы була. Рәсәйҙә 2036 йылға тиклем 40 кампус төҙөү ҡарала.