Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы старт ала

Көндөҙгө сәғәт 3-тә Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне була. Унан һуң фестивалдә ҡатнашыусылар парады үтә. 18 сәғәттә Совет майҙанында сараны асыу тантанаһы башлана. “Башҡортостан тәбиғәте һәм ихлас халҡы менән хайран ҡалдырҙы”. Ханты-Манси автономиялы округы – Югра вәкилдәре шулай тип белдерҙе. Коллектив фольклориадала үҙенсәлекле программа тәҡдим итә. Ҡунаҡтар бетеү ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғара. Ансамбль етәксеһе Майя Швейд:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Республика милли музейында “Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы” тигән күргәҙмә асыла. Ул ошо минуттарҙа башланып тора. Экспозицияла берҙәмлек символы булған түшелдереккә ҙур урын бирелә. Ул төрлө илдәрҙең тәңкәләре менән биҙәлгән. Аҡсаларҙы 2021  йылда Башҡортостанда үткән Фольклориадаға килгән вәкилдәр ҡалдырған.