Башҡортостан Милли музейында «6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асылды

2021 йылда үткән 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы бай мираҫ ҡалдырҙы-күргәҙмәлә 80-дән ашыу экспонат тәҡдим ителгән.

Бында күләмле сараның бер юлы ике номинацияла: донъялағы иң ҙур һәм күп милләтле хороводы өсөн Рәсәй рекордтар китабына инеүен раҫлаған сертификаттар урын алған. Хороводта 2700-ҙән ашыу кеше, 37 ил һәм 71 милләт вәкиле ҡатнашҡан.

Күргәҙмәлә төрлө илдәрҙең иҫтәлекле сувенирҙар коллекцияһы тәҡдим ителә. Улар араһында-2021 йылғы Фольклориада ваҡытында музейға бүләк ителгән Латин Америкаһы, Африка һәм Азия халыҡтарының битлектәре.

Экспозицияла берҙәмлек символына әүерелгән үҙенсәлекле башҡорт түшелдереге үҙәк урынды биләй. Ул төрлө халыҡтар вәкилдәре алып килгән тәңкәләрҙән эшләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн киске сәғәт туғыҙҙа Совет майҙанында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятованың концерты. Иртәгә ошо уҡ ваҡытта майҙандө Әй-йола төркөмө, йома көн-Зәйнетдин сығыш яһай.