«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге»республика программаһы буйынса ҡырҡтан ашыу пенсионер баш ҡаланан Минскиға осто. Белоруссияға тура рейс Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында тергеҙелгәйне. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Белавиа» авиакомпанияһынең тәүге бортын тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар. Йола буйынса лайнер һыу аҫтынан үтте, ә пассажирҙар башҡорт ҡунаҡсыллығын тоя алды. Туризм өлкәһендәге социаль проектҡа килгәндә, өлкән быуын вәкилдәрендә ул ҙур ихтыяж менән файҙалана. Экскурсия программаһына ярашлы, улар Белорус республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары, сәнәғәт объекттары менән таныша.
Белоруссия Башҡортостан өсөн төп стратегик партнер һанала, был турала республика башлығы Радий Хәбиров та күп тапҡырҙар билдәләп үтте. Сәнәғәт кооперацияһы, ауыл хужалығы, инвестиция проекттары, гуманитар өлкә һәм туризм-һәр йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнгән. Ошо уҡ рейс менән Минскиға төбәктең бизнес-делегацияһы ла юлланды, яңы килешеүҙәр төҙөләсәк.