«Үҙәк» ғәскәрҙәр төркөмөнөң 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙары юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары менән телекүпер ойошторҙо. Башлыса Ырымбур өлкәһенең мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған сарала төп герой беҙҙең яҡташыбыҙ. Инил Солтанов Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты. Өсөнсө курстан ул академик ял алып Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Әле ул махсус хәрби операцияла һөжүм дрондары операторы булып хеҙмәт итә
Телекүпер барышында яугирҙар студенттарға дрон төрҙәре һәм улар менән идара итеү оҫталығын да күрһәтте. Рәсәй Геройы, Ырымбур егете Тельман Уралбаев әйтеүенсә, бындай тәжрибә махсус хәрби операцияһы ғына түгел, тыныс тормошта ла кәрпәк булыасаҡ.