Бөгөнгө ҡаһарманлыҡ, еңеүгә ышаныс һәм яҡты киләсәк хаҡында. Өфө дәүләт нефть техник университетының төп корпусында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинованың «Тормош дауам итә...» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Тантаналы сарала юғары уҡыу йорто коллективы, студенттар ҡатнашты, шулай уҡ авторҙың ижадташ дуҫтары ла саҡырылғайны. Экспозицияла авторҙың ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше, илһөйәрлек төшөнсәләрен сағылдырған картиналар урын алған.
Күргәҙмәләге картиналар менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла танышты, уларға уҡыу йорто етәкселегенән гөлләмәләр бүләк ителде. Экспозицияны асыу тантанаһында илһөйәрлек рухындағы йырҙар яңғыраны, заман батырҙары-алғы һыҙыҡтағыларға терәк булыу мөһимлеге билдәләнде. Күргәҙмәгә килеүселәр фекеренсә, хәрбиҙәрҙең ҡаһарманлығы тураһындағы сәнғәт әҫәрҙәре йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.