Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙы билдәләнде

Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе республика ҡымыҙ конкурсы буйынса эксперт комиссияһы эшләне. Улар милли эсемлекте төрлө критерийҙар буйынса баһаланы. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Заман башҡа... Баймаҡ ҡалаһындағы ҡымыҙ етештереү предприятиеһында ҡымыҙ элекке кеүек ҡул менән бешелмәй, һауыттар ҙа ағастан түгел,тимерҙән. Бөтә эш автоматлаштырылған. Тиҙҙән яңы линия сафҡа инәсәк. Ул сәғәтенә 700 шешә ҡымыҙ етешетереүгә иҫәпләнгән. Әйткәндәй, шешәләр-быяланан. Был ГОСТ талабы. Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында шулай билдәләнде.

Ҡымыҙ пластик шешәлә һәм уның этикеткаһында ГОСТ һүҙе бар икән, был ҡағиҙә боҙоу. Дәүләт стандарты буйынса ҡымыҙ тик быяла шешәгә ҡойолған булырға тейеш.

Галина Купцова, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы баш белгес-эксперты

Баймаҡтар республика ҡымыҙ конкурсының былтырғы еңеүсеһе. Быйыл да көстәрен һынап ҡарайҙар. Конкурсҡа 12 райондан 25 ҡымыҙ етештереүсе үҙ продукцияһын килтергән. Конкурста фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнаша. Улар тәбиғи ҡымыҙҙан тыш, тәмләткес ҡушылғанын да тәҡдим итә. Бал, сейә һәм башҡа төрлө тәмләткескестәр менән, ыҫланған-республика ҡымыҙсылары милли эсемлектең бай ассортиментын әҙерләй. Өсөнсө номинация-ҡымыҙ эсемлеге.

Ғүмер буйы был өлкәлә эшләүселәр ҡымыҙҙың сифатын шунда уҡ билдәләй. Тәме, төҫө, ҡуйылығы буйынса баһалана. Шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуҙа яҡшы дауа..

Ҡымыҙ етештереүҙәге проблемаларҙың береһе-әсетке. Бейә һөтөн айран түгел, ә ҡымыҙ кимәленә еткереү өсөн әсетке лә ҡымыҙҙыҡы булырға тейеш. Элек ҡымыҙ етештереүселәр эсемлекте ҡышҡылыҡҡа һыуыҡ урында һаҡлап әсетке эшләп алһа, хәҙер ул лабораторияла сығарыла.

Конкурс еңеүселәре 28 августа «Һөт иле» ғаилә фестивалендә тәбрикләнәсәк.

Рәмилә Исмәғилева