Әлеге минуттарҙа Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне бара. Бейеү флешмобы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ойошторолған. Унда бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Чечен республикаһынан Иҙрис Ягаев фольклориада ҡунаҡтарын бейеүе менән әсир итергә ниәтләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөгә ДағстандыңКизилюрт ҡалаһынан Әхмәт Зөбәйеров исемендәге өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле килде. Коллектив 5 йыл элек ойошторолған, үҙенсәлекле репертуар тупланған. Бейеүҙәрҙә тау традициялары тергеҙелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДуҫлыҡ әйлән-бәйләненән һуң балалар паратҡа теҙелә. Киске сәғәт алтыла фестивалде асыу тантанаһы була. Унда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арналған гимн тәҡдим ителә. Әҫәрҙең тексын Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина ижад иткән. Көй авторы – республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов. Гимн баш ҡаланың сәнғәт һәм музыка мәктәбе уҡыусылары, “Тамыр” йыр-вокал ансамбле башҡарыуында яңғырай. Киске сәғәт 9-ҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова сығыш яһай.